Баш бит
|
| |||||||||||||
Көн рәсемеИе́на — Японияның аҡса берәмеге, донъянлағы резерв валюталарының береһе. 100 сендан тора. Халыҡ-ара коды: JPY. ¥ билдәһе иенаның символы булып тора. 1869—1871 йылдарҙа алтын һәм көмөш тәңкә булып сығарылған. «円» иероглифы менән яҙылған аҡса берәмеге Ҡытайҙан килгән һәм ҡытай телендә «юань» тип атала. Цин династияһының Ҡытай империяһындағы валюталарҙың береһе көмөш булған, ул әйләнештә ҡойолма формаһында йөрөгән. Ләкин XVIII быуатта Ҡытайға Испанияның һәм Мексиканың көмөш тәңкәләре килеп инә, улар «көмөш» йәки «көнбайыш юандәре» тигән исем алалар. Һуңыраҡ Гонконг ҡалаһында британдар төбәк көмөш тәңкәләр сығара башлайҙар, уларҙы «гонконг долларҙары», ә ҡытайса «гонконг юандәре» тип атайҙар. Был валюта Японияға инә башлай, бында ҡытай «юане» японса «эн» тип яңғыраған. 1830 йылдан япондар үҙҙәре көмөш тәңкәләр етештерә башлай, улар металл миҡдары һәм ауырлығы буйынса гонконг тәңкәләре менән бер иш булған. Мэйдзи реставрацияһынан һуң, 1869 йылда тәүге тапҡыр баҫылып сығып, 1871 йылғы аҡса реформаһы арҡаһында иена рәсми рәүештә Японияның төп аҡса берәмеге тип ҡабул ителгән. Шул уҡ йылды хөкүмәт кландарҙың ҡағыҙ аҡсаларының (XVI быуаттан алып айырым япон феодалдары менән сығарылған) әйләнешен ваҡытлыса туҡтата. 1868 йылда Финанс министрлығы менән үткәрелгән тикшеренеүҙәр буйынса, Токугава заманында (1603—1867) илдә бөтәһе 1694 дана кландарҙың ҡағыҙ аҡсаһы йөрөгән, уларҙы 244 клан, 14 магистрат һәм 9 сёгунат ялсыһы сығарған. 1879 йылға клан аҡсаларын иенаға алмаштырыу тамамлана. Шуларҙы беләһегеҙме?
Һуңғы сифатлы мәҡәлә: Башҡорт уғы. Һуңғы һайланған портал: Башҡортостан ауылдары. Сифатлы мәҡәләләр (17) | Исемлектәр һәм порталдар (1, 1) | Үҙгәртеү |
Әзербайжандың бойондороҡһоҙлоҡ декларацияһы, йәки Әзербайжан бойондороҡһоҙлоғо тураһында акт — Әзербайжан Милли Советы 1918 йылдың 28 майында Тифлиста төҙөлгән һәм ҡул ҡуйылған һәм Әзербайжан демократик республикаһының бойондороҡһоҙлоғон иғлан иткән документ. Әзербайжан Демократик Республикаһы барлығы 23 көн йәшәп ҡалған һәм 1920 йылдың апрелендә советлаштырыу һөҙөмтәһендә бөтөрөлгән. Уның урынында барлыҡҡа килгән Әзербайжан Совет Социалистик Республикаһы тиҙҙән Совет Социалистик Республикалар Союзы составына инә.СССР тарҡалғандан һуң, 1991 йылдың 18 октябрендә, Әзербайжан Республикаһының Юғары Советы, 1918 йылғы бойондороҡһоҙлоҡ декларацияһына таянып, «Әзербайжан Республикаһының Дәүләт бойондороҡһоҙлоғо тураһында» Конституцион актын ҡабул иткән. Ғәрәп яҙмаһы нигеҙендә әзербайжан телендә төҙөлгән Бойондороҡһоҙлоҡ декларацияһының ҡулъяҙма төп нөсхәһе Әзербайжан Республикаһының Дәүләт архивында, әзербайжан оригинал күсермәләре әзербайжан һәм француз телдәрендә — Баҡыла Әзербайжандың Милли фәндәр академияһының тарих Музейында һаҡлана. Декларация ҡабул итеү көнө — 28 май — Әзербайжанда милли байрам — Республика көнө, ял көнө булып һанала. 1918 йылдың башына Кавказ аръяғында сәйәси хәл ҡатмарлы булып ҡала. Брест-Литовскиҙағы Рәсәй һәм Германия араһындағы тыныслыҡ тураһында уңышһыҙ һөйләшеүҙәрҙән һуң, 1917 йылдың 6 декабрендә Кавказда герман-төрөк ғәскәрҙәре һөжүмгә күсә. 1918 йылдың ғинуар башында төрөк ғәскәрҙәре Ардаган, Карс һәм Батум өлкәларен баҫып ала. Төрөк ғәскәрҙәренең алға барыуы Кавказ аръяғы комиссариатын 1918 йылдың 6 февралендә Кавказ фронты командующийы Мәхмәт Вәһиб пашаға Ғосман Төркиәһе менән тыныслыҡ тураһында һөйләшеүҙәргә әҙерлеген белдереп телеграмма бирергә мәжбүр итә. |